Ишембайҙар гуманитар ярҙам әҙерләй

Ишембай районы Ураҙбай һәм Үрге Этҡол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ил һаҡсыларына гуманитар ярҙам әҙерләй. Гүзәл заттар тырышлығы менән быҡтырылған ит, бауырһаҡ, балыҡ консерваһы, оҙаҡ һаҡлана торған әҙер бутҡа, маскировка селтәрҙәре, йылы кейемдәр оҙатыла. Ауыл халҡының уртаҡ көсө менән йыйылған аҡсаға ризыҡтарҙы әҙерләү өсөн продукция һатып алына. Үрге Этҡол ауылында йәшәүсе Гөлназ Ғафарова һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

 Ирекмәндәр алғы һыҙыҡҡа гуманитар ылауҙы ялға ҡайтҡан яугирҙар аша ебәрә. Һәр посылка яҡташтарының һорауы буйынса әҙерләнә. Ураҙбай ауылында йәшәүсе Нурия Иҫәнбаева әйтеүенсә, әле улар дронға ҡаршы япмалар эшләй башлаған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт