Совет районы һәм Белоруссия баш ҡалаһының Партизан районы дуҫтарса мөнәсәбәттәр урынлаштырыу тураһында килешеү төҙөнө. - Башҡортостан һәм Беларусь араһында туғандашлыҡ тураһында 8-се килешеү - ике республика дуҫлығын нығытыуҙа тағы бер аҙым. Беҙҙең халыҡтар тығыҙ хеҙмәттәшлеккә ынтыла. Был мәҙәни һәм социаль хеҙмәттәшлекте генә түгел, иҡтисади бәйләнештәрҙе нығыта. Тауар әйләнеше арта, яңы эш урындары булдырыла, инвестициялар өсөн мөмкинлектәр асыла, - тип белдерҙе Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры вазифаһын башҡарыусы Маргарита Болычева.