20 сентябрҙә "1 мең велосипедсы төнө" ойошторола. Акцияла ҡатнашыусылар "Мотор төҙөүселәр" мәҙәниәт һарайы янындағы майҙанда стартҡа баҫа. Машина төҙөүселәр, Ҡулса, Ульянов, Беренсе май урамдары буйлап 7 километр үтә. Велосипедсылар байрамында был урамдарҙа машина йөрөшө туҡтатылып тора.