"Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы һөҙөмтәләре билдәле булды

Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, ярты  йыл эсендә  сәләмәтлек бригадалары  332 ауылда  булған. Табиптар 169 меңдән ашыу кешене ҡабул иткән, 41 мең ярым тикшеренеү  уҙғарылған. Кешеләрҙә тәүге тапҡыр 4 меңдән ашыу ауырыу асыҡланған. "Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк" акцияһы Республика Башлығы ҡушыуы буйынса 6-сы тапҡыр уҙғарылды.