Республика хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров белдереүенсә, федераль кимәлдә ҡабул ителгән программаға ярашлы, спорт менән шөғөлләнеүселәр һанын арттырыу, физкультура өсөн шарттарҙы яҡшыртыу маҡсаты ҡуйылған. Быға ирешеү өсөн спортсыларға медицина хеҙмәтләндереү лә булырға тейеш, - тине Андрей Назаров. Республика программаһы буйынса спорт медицинаһы өлкәһендә белгестәр әҙерләнә, спортсының электрон паспортын булдырыу буйынса эш алып барыла. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан 140 миллион һум тотоноу планлаштырыла.