Бөгөн уларҙың 18-ендә эш теүәлләнһә, ҡалған 125 ихатала сентябрь аҙағына тиклем тамамланыр тип көтөлә. Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, ниндәй генә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, «Башҡорт ихаталары» программаһы ғәмәлдә ҡала. 2019 йылдан алып, 1 мең 326 йорт биләмәһе тәртипкә килтерелгән. Резина япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтары ҡуйыла, өҫтәмә парковкалар ойошторола, подъезд юлдарына асфальт һалына. Халыҡ «Башҡорт ихатаһы» проектын үҙе раҫлай, үҙ тәҡдимдәрен индерә. Был элеккесә республикала иң кәрәкле программаларҙың береһе иҫәпләнә. Киләһе йыл уға тағы ла 120 ихатаны индереү ҡарала, тип яҙған Башҡортостан башлығы.