Рөстәм Ғиззәтуллин 50 йәшлек юбилейы айҡанлы ҙур сәхнәлә моң байрамы ойошторҙо

Тыуған көндә махсус хәрби операция биләмәһендәге яугир ғаиләләре һәм балаларына бүләккә махсус концерт һәм тәмлекәстәр.

Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллин 50 йәшлек юбилейы айҡанлы ҙур сәхнәлә моң байрамы ойошторҙо. Йырсының тыуған көнөндә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы залы балалар тауышына күмелде. Илһөйәрлек сараһы Ватанды һаҡлаусылар фондының Башҡортостандағы филиалы менән берлектә ойоштолдо.

Рөстәм Хәниф улын күркәм юбилейы менән ижадташ дуҫтары Заһир Зәйнетдин, Наҙгөл Отузова ла тәбрикләне.. Республика район-ҡалаларынан йыйылған балалар һәм әсәйҙәр йөкмәткеле концерт программаһы һәм иғтибары өсөн артисҡа рәхмәтен белдерҙе.