Парламент депутаттары бөгөн 4 тиҫтәгә яҡын ҡануни документты ҡараны. Ултырышта Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Моратов инвестиция эшмәкәрлегенең йомғаҡтары буйынса сығыш яһаны. Көҙгө сессияның тәүге ултырышынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Һуҙ йәмәғәт урындарында вейп һәм кальян тартыуҙы тыйыу тураһында бара. Элек ҡануниәт тарафынан тәмәке тартыу ғына сикләнһә, хәҙер был исемлеккә никотинлы яңы продукциялар ҙа индерелә. Ҡанунды боҙған өсөн штраф күләме 500, икенсе тапҡыр тотолғанда -1 мең һум.
Тағы ла бер социаль ҡануни документ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр менән бәйле. Яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәге фатир хужаларына капиталь ремонт өсөн компенсация түләү ваҡыты ике йылға оҙайтыла. Мәғлүм булыуынса, дәүләт ярҙамы 2019 йылдан күрһәтелә, әммә йыл аҙағына уның срогы бөтә. Башҡортостан Хөкүмәте парламентҡа программаны һуҙыу тәҡдиме менән сыҡҡан. Әлеге ваҡытта республикала был ярҙам төрөн 17 мең тирәһе кеше ала, бюджеттан ошо маҡсатта 100 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе кисектереү маҡсатында оператив штаб та төҙөлгән. Йәғни, хәүефһеҙлек сараларын алдан күреү талап ителә. Оператив штабтың ҡарарҙарын үтәмәү административ хоҡуҡ боҙоуға тиңләнә.
Парламент ултырышында шулай уҡ дәүләт милкен хосусилаштырыу, мәғлүмәти яуаплылыҡ, күп фатирлы йортта йәки уға йәнәш урынлашҡан йәмәғәт туҡланыуы урындарында төнгө ваҡытта спиртлы эсемлектәрҙе берәмләп һатыуҙы тыйыу тураһындағы закон проекттары ҡаралды. Депутаттар «Хөкүмәт сәғәте»ндә Башҡортостанға инвестициялар йәлеп итеү буйынса отчет докладын тыңланы.
Башҡортостанда һуңғы биш йылда төп капиталға йәлеп ителгән инвестициялар күләме бер ярым тапҡырға артҡан. 2030 йылға тиклем сумманы 1 триллион һумдан арттырыу бурысы тора. Инвестиция проекттарының күбеһе, йәғни ике меңдән ашыуы өҫтөнлөклөләр иҫәбенә инә. Был үҙ сиратында эшҡыуарҙарға һалым, ҡуртым ташламалары һәм башҡа ярҙам саралары ҡаралған тигәнде аңлата. Уңайлы ҡануни база формалаштырылған. Башҡортостан парламенты ошо йүнәлештәге эшмәкәрлекте киләсәктә лә дауам итергә ниәтләй. Бөгөнгө ултырышта ла ярҙам сараларын камиллаштырыу тураһында һүҙ барҙы.
Рәмзиә Кәримова