Өфөлә йөк машиналары хәрәкәте өсөн Затон күпере ябыла

Авария хәлендә тип танылған юл объектында капиталь ремонт үткәреләсәк. Күләмле төҙөкләндереү сиктәрендә күпер конструкцияларын тулыһынса яңыртыу ҡаралған. Ремонт ваҡытына 10 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы транспорт саралары хәрәкәте өсөн альтернатив юл маршруты тәҡдим ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ағиҙел йылғаһы аша үткән Затон күперендә төҙөлөш эштәре башланды. 1966 йылдан алып файҙаланған күпер бер нисә тапҡыр төҙөкләндерелгән, әммә биш йыл элек ойошторолған тикшереүгә ярашлы объектта етди етешһеҙлектәр табылған. Экспертиза һөҙөмтәләре буйынса бында тиҙ арала капиталь ремонт үткәрергә кәрәк.

Юл проектына ярашлы, күперҙең төп схемаһын һаҡлап ҡоролмаларҙы алмаштырыу, конструкцияларҙы нығытыу ҡаралған. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, әле күпер авария хәлендә һәм уның аша йөрөү тыйылған. Ҡоролмалағы етешһеҙлектәр хәүефле тип билдәләнгән.

Дәүләт экспертизаһына ярашлы күперҙе ремонтлау бурысы тора. Капиталь ремонтты ойоштороу өсөн финанс сығанағы билдәләнәсәк. Юл участкаһына баҫымды кәметеү өсөн йөк машиналары хәрәкәте сикләнә. 10 тоннанан ашыу ауырылыҡтағы йөк транспорты эргәләге яңы күперҙән хәрәкәт итә башлаясаҡ.

Ғәфүр Ҡылыҙбаев, Өфө ҡала хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе урынбаҫары

2023 йылда Мәскәү өлкәһе Подольскиҙа күпер емерелеп төшөп граждандар зыян күрҙе. Өфөләге Затон күпере лә ошондай уҡ төҙөлөш схемаһы буйынса һалынған объект һәм фажиғә ҡабатланмаһын өсөн уны ремонтлау мөһим. Төҙөкләндереү ваҡытына 10 тоннанан ашыу йөк машиналары хәрәкәте сикләнә. Ауыр транспорт сараларына 2016 йылда төҙөлгән күпер альтернативаһы тәҡдим ителә.

Флорида Ким