Ротация ваҡытында Шайморатовсылар полигонда күнекмәләр уҙғара

Күнекмәләр мәлендә ауыр буһа ла, һуғышта еңел буласаҡ. Ротация ваҡытында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугирҙары полигонда күнекмәләр уҙғара. Улар дошман позицияларын штурмлауҙың яңы тактикаһын өйрәнә, медицина теорияһын ҡабатлай. Автоматизмға еткерелгән был күнекмәләр уңышҡа өлгәшергә һәм һуғыш яланында ғүмерҙәрҙе ҡотҡарырға мөмкинлек бирә. Күнекмәләр барышын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.

Башҡортостан яугирҙары бер нисә тапҡыр алғы һыҙыҡта ошондай алым ҡулланған. Әммә камиллыҡтың сиге юҡ. Бер-береһен ҡаплап, шайморатовсылар дошман позицияларын алыу тактикаһын шымарта. Аралашыу ым-ишара ярҙамында, сөнки автоматтарҙың көслө тауышына бер-береһен ишетмәүҙәре лә мөмкин. Улар тулы хәрби кейемдә һәм кәрәкле күләмдә хәрби комплект менән күнекмәләр үтә. Бөтәһе лә ысын һуғыштағы кеүек.

Полигонда күнекмә үтеүселәр араһында Миңлеғәле Шайморатов батальонының беренсе саҡырылыш егеттәре... Уларҙың береһе, «Ковальсккй» ҡушаматлы яугир. Ике йыл эсендә күп кенә хәрби операцияларҙа ҡатнашып өлгөргән яҡташыбыҙ неонацистарҙың ниндәй ысулдар менән һуғышҡанын ишетеп кенә белмәй.

Эйе, ҡаршы яҡтағылар тыныс халыҡҡа арҡалана, шуға күрә лә бронетехниканы граждандар йәшәгән ергә яҡын урынлаштыра. Улар шулай уҡ бер ғәйепһеҙ ерле тыныс халыҡты атып үлтереүҙәре мөмкин. Ә беҙҙең, шайморатовсыларға, тылдағылар көс бирә. Улар беҙҙең өсөн доға ҡыла, беҙгә һәм еңеүгә ышана.

«Ковальский» ҡушаматлы яугир

Батальон сафын күптән түгел тулыландырыусылар ҙа бар. «Әхмәт» ҡушаматлы яугир быйыл йыл башынан Шайморатовсы шевронын кейгән. Батальонға үҙ теләге менән маҡсатлы рәүештә барған.

Автомат, пулемет, гранотомет булһынмы, яугир һәр береһе менән яҡшы эш итә белергә тейеш. Иптәше яраланған осраҡта егеттәр уларҙы алмаштырырға әҙер тора.Тәжрибәле инструкторҙар дошман бронетехникаһының иң көсһөҙ урындарын асыҡ күрһәтеүҙән тыш, психологик эшкә лә айырым иғтибар бүлә.

Беҙ унда үлер өсөн түгел, ә хәрби бурысты үтәргә барабыҙ. Шуға күрә үҙебеҙҙе алышҡа көйләйбеҙ, хәрби бурысты үтәп, кире ҡайтабыҙ. Был беҙҙең ғәҙәти эш. Иретеп -йәбештереүселәр торба иретеп-йәбештергән , монтажсылар , балканы беркеткән кеүек. Шулай уҡ беҙ ҙә, оборона нөктәһен алып, иҫән-һау, герой булып ҡайтырға тейешбеҙ.

«Кот» ҡушаматлы яугир

Полигондағы һәр дәрес реаль хәрби хәрәкәттәргә мөмкин тиклем яҡынайтылған. Ҡайһы берҙә атыу һәм шартлауҙан ҡолаҡ тона. Бер үк ваҡытта күктә дошман камикадзеларының тауышын имитациялап, дрондар даими өйөрөлә. Бындай шарттарҙа яугирҙар шартлы яраланған осраҡта беренсе медицина ярҙамын күрһәтә белергә тейеш. Бының өсөн ҡулда дарыу һауыты булыу ғына етмәй, уны нисек ҡуллана белеү кәрәклеген дә белеү мөһим. Инструктурҙар яугирҙарға һәр хәрәкәт автоматизмға еткерелгәнгә тиклем аңлата.

Оборона» ҡушаматлы икенсе взвод командирына Водяное тораҡ пунктында беренсе тапҡыр яраланғанда ярҙам иткәйнем. Әммә ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы һәләк булды. Башҡа иптәштәремә лә ярҙам күрһәтергә тура килде, яралыларҙы эвакуациялаштым. Медицинаны һуғышта ғына түгел, гражданкала ла белергә кәрәк, тип иҫәпләйем.

«Турист» ҡушаматлы яугир

Бындай фекер менән хатта, инструкторҙарҙан алған белемдәре күп тапҡырҙар кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған яугирҙар ҙа килешә.

Гүзәл Борханова