Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған яугир Денис Хажиевҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Денис Хажиев бала сағынан хәрби булырға һәм Ватанын һаҡларға хыяллана. Махсус хәрби операция башланғас егет алғы һыҙыҡҡа юллана.
Тантаналы митингты Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова асып, Денис Хажиевтың тормошон һәм батырлығы йәш быуынға Ватанға хеҙмәт һәм хәрби антҡа тоғролоҡ өлгөһө тип атаны . Мемориаль таҡтаташ асыуға арналған митингыла геройҙың яҡындары, дуҫтары сығыш яһаны. Уҡытыусылар Рәсәй именлеге өсөн башын һалған яугирҙы ауыр минутта һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер ысын кеше булараҡ хәтерләне.