Өфөлә Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең ижади һәм ғилми интеллегенцияһы форумы сиктәрендә йәштәр симфоник оркестры сығыш яһаны. Башҡортостан Милли симфоник оркестры менән берлектә халыҡ-ара йәш музыканттар конкурстарында еңеүселәр төрлө композипцияларҙы башҡарҙы.
Милләт-ара дуҫлыҡты, музыкаль берҙәмлекте сағылдырған оркестр менән 5 дирижер етәкселек итте. Концертта тамашасылар Дмитрий Крюков, Сергей Скрипка, Муртуза Бюль Бюль, Рәсүл Клычев һәм Константин Науменко етәксләгендә әҙерләнгән мәҙәни программаны тыңланы. Йәштәр симфоник оркестры билдәле Рәсәй һәм сит ил композиторҙарының 10-дан ашыу әҫәрен башҡарҙы.