Өфөлә «Бала саҡты ҡайтарыу» фестивале үтте

Өфөгә Бала саҡ ҡайтты. Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр ойошторолған фестивалдә Волга буйы федераль округы төбәктәренән 500-гә яҡын бала ҡатнаша. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн үткән фестивалдә биш йүнәлеш буйынса конкурстар, спорт ярыштары уҙғарыла.

Үҫмерҙәр ҙур производство майҙансыҡтарында,юғары уҡыу йорттарының ғилми лабораторияларында буласаҡ, колледждарға практик дәрестәргә йөрөйәсәк, республика телерадиокомпанияларында телевизион оҫталыҡҡа өйрәнәсәк. Шулай уҡ билдәле сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар ҡаралған. Фестиваль ҡунаҡтары театрҙарға, ҡаланың тарихи урындарына экскурсияға бара. «Бала саҡты ҡайтарыу» тип исемләнгән фестивалдең маҡсаты - ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға иғтибар бүлеү, уларға ярҙам итеү.