Өфөлә Динис Бүләковтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған әҙәби ҡунаҡхана уҙғарылды

Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы күренекле яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Динис Бүләковтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған әҙәби ҡунаҡхана уҙғарҙы. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үткән осрашыуҙа әҙиптең ҡыҙҙары, билдәле ғалимдар, яҙыусылар, журналистар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Кисәгә Динис Бүләковтың тыуған яғы Мәләүез районы Смаҡ ауылынан да музей, мәктәп етәкселеге саҡырылғайны.

«Ғүмер бер генә» тип исемләнгән хәтер сараһында Милли әҙәбиәт музейы фондынан материалдар - әҙиптең ҡулъяҙмалары, китаптары, фотоһүрәттәре һәм шәхси әйберҙәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Ғилми хеҙмәткәрҙәр билдәләүенсә, һәр экспонат айырым иғтибарға лайыҡ, улар менән интернет аша ла танышырға була.