Республикала йорт алдары матурлана

Быйыл 33 районда 143 яңыртылған ихата файҙаланыуға тапшырыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров был турала телеграм-каналында яҙған. 18 урында ремонт теүәлләнгән, 125 ихатала эштең ҡыҙған мәле. Уны сентябрь аҙағында тамамлау ҡарала. "“Башҡорт ихаталары” программаһы ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан тормошҡа ашырыласаҡ”, - тип белдергән республика етәксеһе.   2019 йылдан башлап Башҡортостанда 1 мең 326 йорт алды биләмәһе тәртипкә килтерелгән. Улар 2 меңдән ашыу күп фатирлы йортто берләштерә.  Балалар һәм спорт майҙансыҡтарына резина түшәлгән, өҫтәмә парковка урындары булдырылған, юлға асафальт һалынған. Киләһе йылда 120 ихатаны төҙөкләндереү ҡарала.