140 тонна продукция Әбйәлил районы предприятиеһынан ебәрелгән. Был турала Ауыл хужалығы өлкәһен күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итәләр. Майлы культура сит илгә сығарыр алдынан лабораторияла тикшерелгән. Продукция бөтә нормаларға яуап биргән, фитосанитар сертификат тапшырылған.