Өфөлә үтәсәк спорт форумына бер ай ҡалды

17 октябрҙә баш ҡалала “Рәсәй – спорт державаһы” тигән халыҡ-ара спорт конгресы башлана. “Ғаилә. Спорт. Рәсәй” тигән һүҙҙәр уның девизы итеп һайланған. Был турала федераль Спорт министры Михаил Дегтярёв белдерҙе. Уның әйтеүенсә, Башҡортостанға ил президенты Владимир Путин килә. Республика башлығы билдәләүенсә, форумға әҙерлек тулы ҡеүәтенә бара. “Сараның төп өлөшө Көрәш һарайында ойошторола. Йыйынға килгән ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың мәҙәниәте, традициялары һәм тарихы менән таныштырабыҙ. Форум республикала спорт һәм физик культураны үҫтереү өсөн ҙур этәргес буласаҡ”, - тине Радий Хәбиров.