Йәмәғәт урындарында вейп һәм кальян тартҡан өсөн штраф була

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаттары Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәреш индерҙе. Законға ярашлы, мәктәп, дауахана, поезд, парк, йәмәғәт транспорты туҡталышында ябай йәки электрон тәмәке, вейп һәм кальян тартҡан өсөн 1 мең һумғаса штраф һалына. Документ парламенттың бөгөнгө пленар ултырышында ҡаралды.