23 сентябрҙә “Урман” тип аталған акция башлана. Ул 3 аҙна дауам итә. Урман инспекторҙары рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу ихтималлығы булған урында, урмандан сығыу юлдарында патруль ойоштора. Күҙәтеү тәүлек әйләнәһе алып барыла. Был эштә полиция хеҙмәткәрҙәре һәм автоинсекторҙар ҡатнаша, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Уман хужалығы министрлығынан. Республикала быйыл законһыҙ ағас киҫеү осраҡтары, былтырғы менән сағыштырғанда, 2 ярымға кәмегән. Зыян күләме 2 тапҡыр аҙайған. Бөгөн Башҡортостан урмандары йыһандан күҙәтелә, шулай уҡ даими профилактик рейдтар уҙғарыла.