Унда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Дәүләт башлығы субъекттар етәкселәрен ҡотлап, халыҡтың һайлауҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләне. Һайлауҙар асыҡ конкурентлыҡ көрәше һәм берҙәм тауыш биреү көнөн үткәреү тарихында иң юғары тауыш биреү шарттарында үтте. Был юҫыҡта граждандарыбыҙ ил тормошонда, төрлө кимәлдәге власть органдарын формалаштырыуҙа ҡатнашыуҙың ни тиклем мөһим икәнен аңлап эш итһә, заманса һайлау ойоштороу, һанлы технологияларҙы ҡулланыу тауыш биреү процесын мөмкин тиклем уңайлы итә, тип билдәләне Владимир Путин.