Аграрийҙар быйыл 73150 гектарҙа иген культуралары йыйып алырға тейеш, был майҙандың 2530 гектарын техник культуралар тәшкил итә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Баймаҡ районының Йылайыр зонаһында 40‐тан ашыу фермер хужалығы иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе үҫемлекселек менән шөғөлләнә. Районда үҫтерелгән иген культураларының күп өлөшө тап ошо төбәккә тап килә. Айрат Шәрәфетдинов етәкләгән фермер хужалығында ла эштәр әүҙем бара. Әлеге мәлдә бойҙайҙы урып ‐һуғыуға төшкәндәр.
Аграрийҙар аяҙ көндөң һәр сәғәтен мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланып ҡалырға тырыша. Аталы‐уллы Илдус һәм Илдар Ҡадыровтар ҙа бар көстө ураҡ эштәренә йүнәлткән. Арпа йыйып алыуҙы тамалап, әле бойҙай һуғалар.
Райондың ауыл хужалығы бүлегенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, бөгөнгө көндә 34187 гектарҙа иген культуралары сабылған шуның 30717 гектарында урып‐ һуғылған. Тулайым йыйым 55896 тонна тәшкил итә. Гектар ҡеүәте уртаса 18,1 центнер. Был күрһәткестәр былтырғы йылға ҡарағанда түбәнерәк. Әммә быйылғы һауа торошон күҙ уңында тотҡанда уңыштың сифаты насар түгел.
Раушания Рәхимова