Өфөлә «Һөт иле» ғаилә фестивале үтәсәк

Өфөлә 21-22 сентябрҙә «Һөт иле» ғаилә фестивале үтәсәк. Республикала матур йолаға әүерелгән сара быйыл яңы майҙансыҡта - Ҡашҡаҙан ял паркында ойоштороласаҡ. Фестиваль ҡунаҡтарын башҡа йылдарҙағы кеүек үк бер стакан һөт көтә, ә балалар бушлай туңдырма менән һыйлана ала. Сарала 40-ҡа яҡын һөт һәм һөт аҙыҡтарын етештереүсе ҡатнашасаҡ. Фермер баҙары, сыр кибете, гастрономия зонаһы, күңел асыу программаһы, оҫталыҡ дәрестәре, киске уйын ҡаралған. Уҙған йылда «Һөт иле»нә 62 мең самаһы кеше килгән, 12 тоннанан ашыу һөт эселгән.