Башҡорт дәүләт медицина университетында Николай Семашко исемендәге һанлы медицина залы асылды

Башҡорт дәүләт медицина университетында академик Николай Сема́шко исемен йөрөтәсәк һанлы медицина залы асылды. Ул юғары уҡыу йортоноң 3-сө корпусында ҡасандыр ғалим йәшәгән һәм эшләгән. бинала урынлашҡан. Николай Семашко - РСФСР-ҙың тәүге Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары, XX быуатта илдә һаулыҡ һаҡлау системаһына нигеҙ һалған, ғилми-тикшеренеү медицина институттарын булдырған ғалим. Өфөгә ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында килеп, госпиталдәрҙе эвакуациялауҙы көйләй. Академиктың тыуыуына 150 йыл тулыу уңайынан юғары уҡыу йортонда халыҡ-ара конференция ла уҙа.