Һалым буйынса бурыстарығыҙ йыйылмаһын. Башҡортостанда 2023 йыл өсөн һалым белдереүҙәрен таратыу башланды. Хаттарҙы төбәктә йәшәүсе 1 миллион 800 меңдән ашыу кеше аласаҡ. Республика халҡына бөтәһе ете миллиард һумға яҡын бурыс түләргә тура киләсәк, уларҙың яртыһы - транспорт, ҡалған өлөшө - ер һәм мөлкәт һалымы. Әгәр һалым белдереүендә сағылған һалымдарҙың дөйөм суммаһы 300 һумдан кәм булһа, был кешеләргә хат ебәрелмәй. Йүнәлтелгән белдереүҙәрҙә күрһәтелгән сумманы 2024 йылдың 2 декабренән дә һуңға ҡалмайынса түләргә кәрәк.