Өфөнөң Глумилин биҫтәһе йылытыу миҙгеленә тулыһынса әҙер

Өфөнөң Глумилин биҫтәһендә былтыр асылған яңы ҡаҙанлыҡ беренсе йылытыу миҙгеле барышында ышаныслылығын һәм һөҙөмтәлелеген иҫбатлаған. Заманса ҡоролма сираттағы йылытыу миҙгеленә тулыһынса әҙер. Объектта БЮТ ижади төркөмө булды. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.

Яңы булһа ла, йәйге осорҙа һыу йылытыу ҡаҙандарына техник тикшереү үткәрелгән, ҡаҙан коллекторҙарының эсе таҙартылған, насостарға, вентиляторҙарға, йылытыу ҡоролмаларына техник хеҙмәтләндереү уҙғарылған.

Уҙған миҙгелдә ҡаҙанлыҡ аварияһыҙ эшләне. Яңы ҡоролма тағы утыҙ йыл өҙлөкһөҙ эшләү ҡеүәтенә эйә.

Айҙар Булгаков, 15-се ҡаҙанлыҡ цехы етәксеһе

Глумилин биҫтәһендәге 15-се ҡаҙанлыҡ 2023 йылдың көҙөндә файҙаланыуға тапшырылды. Ул Башҡортостанда иң заманса ҡоролмаларҙың береһе.

Ҡаҙанлыҡта башлыса Рәсәй ҡорамалдары, улар йылытыу һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү буйынса сифатлы хеҙмәттәр күрһәтергә мөмкинлек бирә.

Йылылыҡ менән тәьмин итеүҙең ышаныслылығын арттырыу маҡсатында ҡала үҙәгендә 2016 йылда Үҙәк йылытыу пункты булдырылған. Гидравлик режим боҙолған осраҡта ул Рәсәй урамына яҡын квартАлдарҙы йылылыҡ менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә.

Йылытыу миҙгеле тышта уртаса тәүлек температураһы биш көн дауамында 8 градустан күтәрелмәгән осраҡта һәм ҡала хакимиәте башлығы ҡарары менән башлана.

Рәмилә Исмәғилева