Өфөлә «Рәхмәт-2024» акцияһында еңеүселәргә фатир асҡыстары тапшырылды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 сентябрҙә Башҡортостан юлдаш телеканалында суперприз хужалары билдәле булды. Быйылғы акцияла бер миллиондан ашыу QR-билет теркәлгән. Яңы фатирға эйә булыусыларҙың береһе Әхмәҙиевтар ғаиләһе. Улар Шишмә районының Үрге утарында йәшәй. Ғаилә башлығы Илвир әйтеүенсә, QR-билеттарҙы ҡатыны һорауы буйынса теркәй һәм хаҡлы булып сыға. Еңеү тураһында һөйөнөслө хәбәрҙе улар акция ирекмәндәре шылтыратҡандан һуң белә.