Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Моратов белдереүенсә, уҙған йылда оҙайлы хеҙмәттәшлек программаһы ҡабул ителде. 50-нән ашыу берҙәм проекттың 20 проценты яҡыны - Гомель өлкәһе менән. Бында аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшө өсөн комплекттар етештереү яйға һалынған. Машиналар төҙөлөшөндә лә хеҙмәттәшлек итергә мөмкин, тине Рөстәм Моратов. Гомелдә иҡтисади форум үтә. Ул бөгөн тамамланаа. Форумда 15 илдән делегациялар ҡатнаша.