Башҡортостанда көҙөн дә талпандан зыян күреүселәр бар

Бер аҙнала 184 кешегә талпан ҡаҙалған, тип хәбәр итәләр Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән. Быйыл медицина учреждениеларына 8 мең 200-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 3 меңдән күберәге - балалар. Килтерелгән талпан лабораторияларҙа тикшерелә. Бөжәктәрҙең 19-ында энцефалит асыҡланған, шулай  уҡ  боррелиоз инфекциялы  талпандар булған.