Айғырға 10 вагонлы "Финист" йөрөй башлай

Өфө-Белорет йүнәлешендә поездар һыйҙырышлығын арттырыу  буйынса эш алып барыла.Ял көндәрендә туристар күпләп барған урынға "Финист" поезы ебәрелә. - Башҡортостанға заманса электр поезының икенсе составы килде. 10 вагонлы поезд 2 мең 400 кеше һыйҙыра, - тип белдерҙеләр Транспорт һәм юл хужалығы  министрлығында. Быға тиклем Айғырға табан электричкаларҙа урын етешмәүе тураһында хәбәр ителде. Республика Башлығы ризаһыҙлыҡ  белдерҙе, проблеманы хәл итергә  ҡушты.