Уҡыу йорттарының ятаҡтары капиталь ремонтлана

Башҡортостан федераль программала ҡатнаша. Был турала Радий Хәбиров студенттар менән осрашыуҙа белдерҙе. - Республика мәғариф һәм фән министрлығы тейешле ғариза тапшырҙы. Киләһе йылдан юғары уҡыу йорттары ятаҡтарында капиталь ремонт башлайбыҙ. Биш йылда уларҙы тулыһынса төҙөкләндереү маҡсатын ҡуябыҙ, - тине ул. Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостан шулай уҡ ҙур федераль фәнни-технологик проекттарҙа әүҙем ҡатнаша.