Өфөлә Фехтование үҙәген төҙөү аҙағына яҡынлаша

Радий Хәбиров яҙыуынса, объект ҙур, 6 мең квадрат метр. Бында бер юлы 56 спортсы сығыш яһай ала. Заманса, технологик яҡтан йыһазландырылған объект. Эштәр тамамланған тиерлек, тәүге ярыштарҙы 17 октябрҙә уҙғарыу планлаштырыла, ти Республика Башлығы. Фехтования үҙәге Затон микрорайонында, Халыҡтар дуҫлығы проспектында урынлашҡан.