Башҡортостан юл хеҙмәткәрҙәре Луганск республикаһында Красный Луч ҡалаһында эшләй. Был көндәрҙә Литвинов урамында ремонт бара. Республика транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, асфальт алмаштырыла. Быйыл Башҡортостан юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре Луганск республикаһында 23 километр юлды төҙөкләндерә. Әлегә 12 урам тәртипкә килтерелгән.