Яҡташтарыбыҙҙы алғы һыҙыҡҡа оҙатырға Хәрби комиссариат, район хакимиәте вәкилдәре, ғаиләләре, яҡындары, дуҫтары килде. Майҙанда дәүләт гимндары яңғырағандан һуң, ир-егеттәрҙе еңеүгә ҡеүәтләүсе һүҙҙәр яңғыраны. Республика хәрбиҙәргә һәм уларҙың яҡындарына оло терәк булыуы билдәләнде. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск мәлендә яугирҙар туғандары, дуҫтары янында булған, төрлө осрашыуҙарҙа ҡатнашҡан. Алыҫ юлға яугирҙар үҙҙәренә генә түгел, дуҫтары өсөн дә кәрәкле әйберҙәр, күстәнәстәр тейәп сыҡҡан. Улар алғы һыҙыҡтағыларға тыуған яҡ сәләмен дә алып бара.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин 1 августан алып йыл аҙағына тиклем махсус хәрби операцияға контракт төҙөйәсәк хәрбиҙәргә 400 мең күләмендәге федераль түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ә 10 июлдән Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы арттырылды. Башҡортостанда «Рекрут»проекты ла һөҙөмтәле эшләй. Контракт хеҙмәтенә ҡул ҡуйыуҙы ойоштороуҙа ярҙам иткән ирекмәнгә 50 мең һум түләнә. Илдең Оборона министрлығынан хәрби хеҙмәт үтеүгә контрактҡа 18 йәштән 65 йәшкә тиклемге граждандар ҡул ҡуйырға хоҡуҡлы. Ҡыҙыҡһындырған һорау буйынса Ситуация үҙәгенә 122 телефоны буйынса шылтыратырға, шулай уҡ күп фунциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә мөмкин.