Республикала һигеҙ ай эсендә электр самокаттары ҡатнашлығында 43 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Республикала һигеҙ ай эсендә электр самокаттары ҡатнашлығында 43 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 45 кеше зыян күргән. Дәүләт Думаһы Рәсәйҙең «Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексы»на электр самокаттарында хоҡуҡ боҙоусылар өсөн санкцияларҙы көсәйтеүҙе күҙаллаған төҙәтмәләрҙе беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Яңы закон проекты буйынса самокаттар менән иҫерек килеш идара итеү, пассажирҙар ташыу, юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ҡалдырыу тыйыла. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары октябрҙә самокаттар темаһы буйынса түңәрәк өҫтәлгә йыйыласаҡ. Депутаттар билдәләүенсә, йәмәғәтселектән күп тәҡдимдәр килә: электросамокаттарҙы тыйыуҙан алып төрлө сикләүҙәргә тиклем.