Радий Хәбиров Өфөләге парктарҙы төҙөкләндереү барышы менән танышты

Бөгөн баш ҡала буйлап эш сәфәрендә төбәк етәксеһе «Ғаилә скверы», «Ҡурай тотҡан малай» фонтаны, Ҡурсаҡ театры алдындағы майҙанда һәм Черниковка биҫтәһендә булды. Ҡала баҡсаларындағы үҙгәрештәр тураһында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙмала.

Башҡорт орнаменттары менән биҙәлгән ҙур келәмде хәтерләткән майҙан, томан хасил итеүсе фонтан, ҡурай тотҡан малай һәм сәскәләр эргәһенә һалынған ағас ҡайырыһынан сыҡҡан ылыҫлы еҫ. Шау-шыулы ҡала уртаһындағы майҙан ысын мәғәнәһендә күңелгә ял бирә. «Искра» кинотетары алдындағы майҙанды төҙөкләндереү апрель айында башланып августа тамамланған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яңыртылған биләмәне ҡараны.

«Ҡурай тотҡан малай» скульптура композицияһы 1974 йылда Мәскәү скульпторы Маргарита Соловьева-Ефимова проекты буйынса эшләнгән. Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек сиктәрендә скульптуралы фонтан һәм уның тирәһендәге майҙан, шулай уҡ Сәйет Ғәлиев бульвары реконструкцияланған.

Кинотеатр артында, Комсомол урамы менән Сәйет Ғәлиев бульвары киҫелешендәге «Ғаилә скверы» ла танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Элекке буш майҙан урынында ғаилә менән ял итеү өсөн шарттар тыуҙырылған. Проект авторҙары музыка темаһына өҫтөнлөк биргән. Таусыҡтар барабан, гитара формаһында, балалар бында көй сығарып уйнай ала.

Майҙанды музыка темаһы буйынса ойоштороу йәш быуынға тәрбиә лә булып тора. Ғаилә скверы булғас уны һәр кемдең күңеленә ятырлыҡ итеп эшләргә тырыштыҡ.

Эдуард Остапчук, подрядсы ойошма учредителе

Балаларға бында спорт менән шөғөлләнеү өсөн дә ҡоролмалар ҡуйылған. Мәктәптән ҡайтыусылар «Ғаилә скверы» аша йөрөргә ғәҙәтләнгән.

Ҡурсаҡ театры алдында ҡурсаҡтай ғына «Торатау», «Шүлгәнташ» мәмерйәһе һәм башҡа тәбиғәт ҡомартҡылары, ҙур ҡалаларҙағы билдәле объекттар миниатюралары ҡуйылған. Проект йәш быуынды илебеҙҙәге иҫтәлекле урындары менән йәһәтенән әһәмиәтле.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ Черниковкалағы «Нефтехимиктар» паркы эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереү барышын ҡараны.

Проектҡа ярашлы, өс скверҙы үҙ эсенә алған участка тәртипкә килтерелә. «Ильич» скверында мозаика фонтаны реконструкциялана. Уны подрядсылар яңы материалдар ҡулланып тергеҙә. Фонтан төҫлө һәм музыка оҙатыуында атыла. Эштең яртыһы тамамланған. Объектты 2025 йылдың июнендә тапшырыу күҙаллана.

Радий Фәрит улы Өфөләге Һыу башняһы һәм уның эргә-тирәһен төҙөкләндереү эштәре менән дә танышты. Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев белдереүенсә, бында ҡул эше оҫталары ҡаласығы була, Ағиҙел буйына төшөү өсөн баҫҡыс төҙөлә.

Радий Хәбиров ҡала баҡсаларын төҙөкләндереү киләсәктә лә дауам итәсәк тип белдерҙе. Баш ҡалалағы Урмансылар паркы реконструкциялана, киләһе йыл Ленин паркын төҙөкләндереү ҡаралған.

Рәмилә Исмәғилева