Өфө буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Китап» нәшриәтенең яңы магазинында булды. Сауҙа нөктәһе уҙған аҙна - 14 сентябрҙә асылғайны. Баш ҡала үҙәгендә урынлашҡан магазинда «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәте продукцияһы ла урын алған, төрлө халыҡтарҙың милли әҙәбиәте менән танышырға була. Китап һөйөүселәрҙе берләштергән йәмәғәт киңлегендә БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина булды.
Өфөләге «Китап» магазинында төрлө төбәктәрҙең милли әҙәбиәте менән танышырға мөмкин. Рәсәй китап нәшриәте ассоциацияһы тәҡдиме менән был баҫмалар яңы йәмәғәт киңлегендә урын алған.
Республика башлығы Радий Хәбиров баш ҡаланың тарихи үҙәге - Ленин урамында асылған магазин ассортименты, Башҡортостан нәшриәтендәге яңылыҡтар менән танышып, почетлы ҡунаҡтар китабында теләктәрен ҡалдырҙы. Шулай уҡ төбәк етәксеһе бер нисә китаплы ла булды.
Уңайлы, халыҡ күпләп йөрөгән урын. Яҡында ғына автобус туҡталышы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты урынлашҡан. «Заманса этностилдә биҙәлгән сауҙа нөктәһенә инеү менән китап кәштәләре магнит көсөндәй үҙенә йәлеп итә,»- ти йәштәр ҙә.
Китап нәшриәте магазины 180 квадрат метр майҙанды биләй. Иркен бина ассортиментты киңәйтеү мөмкинлеге биргән. Халыҡ та күп инә. Бер аҙна эсендә генә ете йөҙ китап һатылған.
Нәфис әҙәбиәт булһынмы, энциклопедиялармы - һәр кем теләгән йыйынтығын таба ала. Нәшриәт етәкселеге билдәләүенсә, кәштәләрҙе тулыландырыу буйынса эш һөҙөмтәле алып барыла.
Уҡыусылар өсөн ял зонаһы ойошторолоуы, магазиндағы китаптарҙы ҡулға алып, тыныс ҡына ҡарап сығыу, күңелгә ятҡанын һайлап алыу мөмкинлеге бирә. Юғары уҡыу йорттары студенттары - яңы магазинда йыш ҡунаҡ.
Магазинда балалар әҙәбиәте, халыҡ ижады өлгөләре лә тәҡдим ителә. Үҫтереүсе башҡортса уйындар, уйынсыҡтар, дидактик материалдар ҙа бар. Йәш быуында туған телгә, баҫма һүҙгә, китапҡа һөйөү уятыу маҡсаты ҡуйылған.
Йәмәғәт киңлегендә яҙыусылар, шағирҙар менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, төрлө күргәҙмәләр, йәштәр өсөн интеллектуаль квиздар уҙғарыу өсөн дә шарттар булдырылған.
«Китап» нәшриәте ойошторолоуға быйыл 105 йыл, яҙыусылар һәм халыҡ араһында күпер булараҡ хеҙмәт иткән учреждение тарихында ниһайәт, яңы бит асылды. Хәҙер күп яҡлы эшмәкәрлек алып барыла. Әйтәйек, сауҙа продукцияһының сувенирҙар менән байытылыуы магазинды күпкә йәнләндергән
Гөлназ Хәйбуллина