Башҡортостандың Милли музейында Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы һәм Республика рәссамдары союзы ағзаһы, культуролог Эльза Ҡотлобаеваның шәхси күргәҙмәһе асылды. Эльза Ҡотлобаеваның ижад емештәре сағыу милли элементтары, боронғо риүәйәттәргә нигеҙләнеп эшләнеүе менән айырылып тора. Авторҙың беҙҙе уратып алған донъяға ҡарата үҙенә генә хас фәлсәфәүи мөнәсәбәте, уларҙы һүрәтләү ысулдары бар.
Экспозицияға ҡуйылған картиналарҙа «Урал батыр» эпосы культына тиклем башҡорттарҙың йәшәү рәүеше, тормошҡа ҡарашы сағылдырылған. Ижади эштәрҙең сюжеттары боронғо кешеләр күҙаллауы буйынса Ер шарының барлыҡҡа килеү тарихын күрһәтә.
Эльза Ҡотлобаева бөгөн Башҡортостан Милли музейының Һынлы сәнғәт фондына үҙ картиналарын да бүләк итте. Эксперттар әйтеүенсә, был мөһим ваҡиға. Сөнки һуңғы йылдарҙа замандаштарыбыҙ үҙҙәренең ижад емештәрен фондҡа тапшырып бармай. Ә фонд киләсәк быуын өсөн кәрәк.