Иглин районында 9 етем балаға өр-яңы йорттан фатир асҡыстары тапшырылды

Иглин ауылының Ворошилов урамында төҙөлгән торлаҡты туйлаусы йәштәрҙең шатлығын туғндары, дуҫтары, опека органдары һәм район хакимиәте вәкилдәре уртаҡлашты.

Фатирҙар йәшәү өсөн уңайлы. Һәр береһенә газ плитәләре, ванна, раковина, крандар, һыу, йылылыҡ һәм электр энергияһын иҫәпләүсе ҡоролмалар ҡуйылған, янғын һүндереү һәм сигнализация системалары менән йыһазландырылған. Дәүләт тарафынан бындай ҙур бүләккә балалар үҙҙәре лә, уларҙың опекундары ла шат.