Башҡортостанда Илһөйәрлек клубтары фестивале уҙа

Ул дүшәмбе башланып, йомаға тиклем дауам итә. Сарала республиканың төрлө район-ҡалаларынан Шайморатов кластары, кадеттар ҡатнаша. Йәмғеһе 33 команда. Быйыл фестиваль 20-се тапҡыр «Патриот» паркында ойошторола. Уның барышында йәш хәрбиҙәр беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, хәрби топография, ҡоралдан атыу кеүек бер нисә дисциплинала көс һынаша. Ярыштың интеллектуаль өлөшөндә улар Рәсәй тарихы буйынса белемен һынай. Фестиваль балаларҙа һәм йәштәрҙә илһөйәрлек рухын тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя.