Өфөлә «Һөт иле, баллы баш ҡала» фестивале башланды

Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында «Һөт иле, баллы баш ҡала» фестивале башланды. Ғаилә йылына һәм баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына арналған күләмле сарала республиканың төрлө төбәктәренән һөт һәм бал етештереүселәр ҡатнаша. Майҙанда ауыл хужалығы ризыҡтарын ауыҙ итергә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға мөмкин. Ошонда уҡ продукция сифатын тикшереү буйынса лаборатория эшләй. Фестивалдең сағыу мәлдәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Һөт иле фестивале тәүге тапҡыр Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә «Ҡашҡаҙан» күле буйында үтә. Шулай уҡ быйыл ул көҙгө бал байрамы менән бер майҙанда ойошторолған. Әммә уҙғарыу урыны, формат үҙгәрһә лә төп маҡсат шул килеш ҡала. Фестиваль тәү сиратта Башҡортостан етештереүселәренең продукцияһын танытыу, таратыу ниәтендә үткәрелә һәм көҙгө муллыҡ, уңыш сағылышы булып тора.

Стәрлебаш умартасыһының ошо һүҙҙәрендә фестивалдең бар асылы ярылып ята. Башҡортостан-һөт һәм бал иле, был продукциялар республиканың йөҙөн билдәләгән брендҡа әүерелгән.

Фестивалдә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 4 тиҫтәнән ашыу умартасы ҡатнаша. Балдың йәнең теләгәне бар. Ә сифат өсөн борсолмаҫҡа мөмкин. Татлы ризыҡ лаборатория тикшереүен үтә.

Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа һөт етештереү күләме артҡан. 2023 йылда барыһы 784 мең тонна продукция етештерелгән. Майҙанда һөт ризыҡтарын 40-тан ашыу етештереүсе тәҡдим итә. Алдағы йылдар менән сағыштырғанда, быйыл ҡымыҙ әҙерәк, әммә етерлек. Йылҡы тотоусылар хәҙер һөт, ит продукцияһынан тыш, кремдар ҙа эшләй башлаған.

Һатып алыусыларҙа һөт продукцияһына ихтыяж ҙур. Мәҫәлән, былтыр фестивалдә 52 тонна һөт ризыҡтары, ҡымыҙ, 4 тонна май, 3 тоннанан ашыу сыр, 18 мең банка ҡуйыртлыған һөт һатылған. Күрһәткестәр быйыл да кәм булырға оҡшамаған. Һәр ерҙә сират. Краснокамаларҙың кәштәһе төшкә тиклем бушаған.

Ямғыр яуып, көн һалҡынайтып тороуға ҡарамаҫтан майҙан ҡырмыҫҡа иләүендәй гөрләп тора. Берәүҙәр һата, икенселәре ала, өсөнсөләре тамаша ҡыла. Һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл таба. Балалар өсөн төрлө уйын, ижад майҙансыҡтары, өлкәндәргә оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған. Сәхнәнән йыр-моң ағыла. Ғәзизовтар ғаиләһе фестивалде бер йыл да ҡалдырмай, баҡсала инек, бар эште ташлап ҡайттыҡ, ти улар.

Әммә фестиваль сауҙа майҙаны ғына түгел, сараның рәсми өлөшөндә етештереүселәрҙе борсоған проблемаларҙы уртаға һалып тикшереү, хәл итеү юлдарын барлау ҡаралған. Ә иң төп маҡсат- йәмәғәтселектә экологик яҡтан таҙа продукцияға ҡыҙыҡһыныу уятыу.

«Һөт иле, баллы башҡала» фестивале иртәгә лә дауам итә. Байрам ҡунаҡтарын сауҙа майҙансыҡтары, ижади оҫтаханалар, ә иң мөһиме сағыу тәьҫораттар көтә.

Рәмзиә Кәримова