Башҡортостандан Курск өлкәһенә 100 дрон һәм ике радиоэлектрон көрәш аппараты оҙатыла

Чечен республикаһының Башҡортостандағы вәкиллеге Өфөләге дрондар етештереүсе «Новогрупп» компанияһы менән берлектә Башҡортостан хәрбиҙәре өсөн дрондар һәм радиоэлектрон көрәш ҡорамалы ебәрергә ҡарар иткән. Дрондар яуҙа дошманды юҡ итеүҙә иң кәрәкле ҡоралдарҙың береһе.

Был дрондар Курск өлкәһендә барған алыштарҙа беҙҙең башҡорт яугирҙарының ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн Башҡортостандағы Чечен республикаһы вәкиллеге дрондар етештереүсе компания менән бергә хәрбиҙәргә ярҙам йөҙөнән ошо дрондарҙы ебәрә.

Казбек Цулаев, Чечен Республикаһының Башҡортостандағы вәкиллеге етәксеһе