Республикала бишенсе тапҡыр «Боронғо Өфө» тарихи фестивале үтте

«Арт-Квадрат» майҙансығында ойошторолған сарала көршәксе, тимерсе, ювелир һәм күн оҫталарын күрергә мөмкин ине. Фестиваль ҡунаҡтары ҡул эштәре күргәҙмәһе менән танышты, йәрминкә, оҫталыҡ дәрестәре, тарихи конкурс һәм викториналарҙа ҡатнашты. Өфө балалар филармонияһы ижади коллективы сығыш яһаны. Ҡул эштәре һәм археологик ҡаҙылмалар экспозицияһын «Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей ҡурсаулығы тәҡдим итте.