«Нур» театры тамашасыларға «Тау» спектаклен тәҡдим итте

33-cө ижад миҙгеленә өр-яңы премьера! Өфө дәүләт «Нур» татар театры тамашасыларға Юлдар Юзеев әҫәре буйынса ҡуйылған «Тау» спектаклен тәҡдим итте. Спектаклдең режиссеры - Дамир Сиражиев исемендәге театр премияһы лауреаты,»Алтын битлек» милли театр премияһы номинанты, Рәсәй Президенты йәш мәҙәниәт эшмәкәрҙәре премияһы лауреаты - Айҙар Заббаров.

Төп ролдәрҙә Башҡортостандың халык артисы Рушат Мөҙәрисов, Айдар Хөснөтдинов, Башҡортостандың аткаҙанған артистары Сулпан Раянова, Айнур Баянов һәм Илгизә Муллабаева уйнай. Тамашасыларға Алыҫ Себер тарафтарына бәхет эҙләп китеүселәр яҙмышы, мөхәббәт тарихы, иң мөһиме йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе юғалтмау, тыуған ерҙе һаҡлау мәсьәләләре ҡыҙыҡлы һәм тормошсан итеп еткерелә.