Ғафури районы Красноусол ауылында боронғо төрки хәрби сәнғәте «Ҡара ҡаплан» буйынса ярыштар уҙҙы. Икенсе тапҡыр ойошторолған сара Күрпәс бей иҫтәләгенә һәм шифахананың 100 йыллығына арналды. Ярышта республика төбәктәренән ир-егеттәр үҙ көсөн һынаны. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.
Һыбай сабып барғанда һөңгө менән тоҡтарға сәнсергә. Ярышта был уйын тәүгә ойошторолған. Ир-егеттәр ҡатмарлы һынауҙы лайыҡлы үтте, ярыштың тәүге этабы ҡыҙыу барҙы. Икенсе тапҡыр уҙғарылған уйындарға Ғафури еренә Баймаҡ, Учалы, Ҡырмыҫҡалы вәкилдәре йыйылды, хатта яҡташтарыбыҙ Татарстандан да ҡайтып еткәйне.
Ҡара-ҡаплан ярышы-башҡорттарҙың бороңғо алышы, сара уны тергеҙеү һәм популярлаштырыу маҡсатында үтә. Спортсылар һыбай уҡ атыу, бысаҡ ҡаҙау, алыҫлыҡҡа һөнгө һелтәү, сыбыртҡы, ҡылыс менән алыш һәм башҡа бөтәһе 12 ярыш төрө буйынса көс һынашты.
Ҡағиҙә буйынса ир- егетәр милли кейемдәрҙә килгән, костюмдар төньяҡ амурҙары осорона ҡарай. Ярышта ҡатнашыусылар билдәләүенсә, тап ошондай уйындар рух ныҡлығы өсөн кәрәкле.
Мәргәнлектә, етеҙлектә, таһыллыҡта үҙ көсөн һынаған уҙамандарға маҡтау грамоталары, төрлө бүләктәр тапшырылды.
Рәмилә Исмәғилева