Өфөлә академик Эдуард Хәмитовҡа мемориаль таҡтаташ асылды

  Иҫтәлекле таҡта Мостай Кәрим урамындағы 48-се йорттоң диуарына беркетелде. Сарала Эдуард Шәйхулла улының яҡындары һәм коллегалары ҡатнашты. “Ул бик һәләтле шәхес булды. Беҙҙең уҡыу йортон үҫтереүгә, алдынғы итеүгә һәм танытыуға тос өлөш индерҙе”, - ти Мифтахетдин Аҡмула исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Эдуард Хәмитовтың хеҙмәтен ҡыҙҙары дауам итә. Улар ҙа уҡытыусы һөнәрен һайлаған. “Атайыбыҙ тормошто яратты. Беҙҙә педагог эшенә ҡарата һөйөү тәрбиәләне”, - ти академиктың ҡыҙы, сәнғәт белгесе Эльза Пурик.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Эдуард Хәмитов 200-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Ғалим былтыр декабрҙә вафат булды. Уға 86 йәш ине.