Белоретт “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса йорт алдында эштәр теүәлләнә

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ихата Косоротов һәм Карла Маркс урамдарындағы йорттарҙы берләштерә. Бында балалар майҙансығы тәртипкә килтерелгән, уға резина түшәлгән. Юл һәм тротуар яңыртылған. Эшселәр ошо арала яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштыра, эскәмйәләр ҡуя. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, быйыл республикала 143 ихата төҙөкләндерелә.