Барлығы 2 миллион ярым тонна уңыш келәттәргә һалынған. Гектар ҡеүәте 22 центнер. Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, Дәүләкән, Ғафури, Баҡалы, Нуриман, Тәтешле, Йәрмәкәй, Бүздәк һәм Илеш райондары ураҡты тамамлау алдында. Стәрлетамаҡ районы 150 мең тонна тулайым иген йыйымы менән республикала беренсе урынды биләй. Илеш, Саҡмағош, Дәүләкән һәм Мәләүез хужалыҡтары 100 мең тоннанан ашыу иген һуғып алған. Хәҙер шәкәр сөгөлдөрөнә баҫым яһала, бөгөнгә бөтә майҙандарҙың 30 проценты ҡаҙып алынған. 770 мең тонна тамыраҙыҡ йыйып алынған, гектарынан уртаса - 450 центнерҙан ашыу. Барлыҡ аграрийҙарға рәхмәт, тип яҙған Башҡортотсан башлығы.