Өфөлә илдә иң ҙур «Салют» реабилитация-белем биреү үҙәге 7 октябрҙә асыла. Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында «Геройҙар биләмәһе» беренсе патриотик слетында белдерҙе. Унда республика төбәктәренән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 140- ҡа яҡын үҫмер ҡатнашты. Ике көн дауам иткән программала малайҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, тәрбиәүи саралар уҙғарылды. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.
Кескәй ҡулдар туҡмасты нәҙек һәм тигеҙ итеп ҡырҡа алмаһа ла, был эште ихлас күңелдән башҡара. Күрше бүлмәлә генә балалар маскировка селтәре үрергә, хәрбиҙәргә йыуыныу кәрәк - яраҡтары йыйырға өйрәнә. Геройҙар биләмәһендә балаларҙа патриотик рух тәрбиәләүгә ҡоролған төрлө йүнәлештәге оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Слетта республика төбәктәренән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 9 йәштән 14 йәшкә тиклем 137 малай һәм уларҙың ата - әсәләре ҡатнашты.
Рәсәйҙең иң көслө кешеһе менән улар үҙҙәренең физик таһыллығын һынап ҡараны. Эльбрус Ниғмәтуллин штанганы нисек дөрөҫ күтәрергә, сәләмәтлеккә тәүге аҙымды нисек яһарға кәрәклеген өйрәтте.
Уҡыусылар янғын һүндереүселәрҙең нисек эшләүен белде, үҙҙәренең музыкаға һәләтен һынап ҡараны. Артемий Трегубов махсус операция барышында батырлыҡ күрһәткән Максим Серафимовтың портретын төшөрҙө.
Герой портретын ул слетта ҡатнашыусылар менән осрашыуға килгән Радий Хәбировҡа бүләк итте.
Әңгәмә барышында Башҡортостан башлығы слет барған «Патриот» паркын булдырыу тарихы, патриотик тәрбиәнең мөһимлеген билдәләне. Октябрҙә Өфөлә илдә иң ҙур «Салют» реабилитация-белем биреү үҙәге асыласағын хәбәр итте.. Унда 192 урынлыҡ коррекция мәктәбе, инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәге, психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге эшләйәсәк. Радий Хәбиров шулай уҡ һорауҙарға яуап бирҙе.
Шулай уҡ үҫмерҙәр Паралимпия уйындары чемпионы Богдан Мозговой һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Оскар Ситдиҡов менән аралашты. Улар үҙ уңыш серҙәре менән уртаҡлашты.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, «Кескәй принцессалар балы» кеүек үк сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән малайҙар өсөн бындай сара йыл һайын уҙғарыласаҡ.
Рәмилә Исмәғилева