Миәкә районында «Дим биҙәге» республика фольклор-фестиваль конкурсы үтте

Төбәктең брендлы саралар исемлегенә мәҙәни форумда республиканың Дим буйҙарында йәшәгән 15 ижади коллектив сығыш яһаны. Улар үҙ ерлегендәге йыр һәм фольклор традиция үҙенсәлектәрен, йолаларын, мәҙәни мираҫты һаҡлауҙың әһәмиәтен, быуындар араһындағы бәйләнеште күрһәтте.

Ошо уҡ көндө башҡорт балаҫы республика фестивале еңеүселәре лә тәбрикләнде. Президент мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған проектта Архангел, Дәүләкән, Миәкә һәм Өфө райондарынан 20 оҫта ҡатнашты. Улар күргәҙмәгә үҙҙәре һуҡҡан аҫалы балаҫтар менән бергә, боронғо ҡомартҡыларҙы ла сығарҙы. Миәкә районынан Гөлшат Мөхәмәтйәрованың эше Гран-приға лайыҡ булды. Ә «Дим биҙәге» республика фольклор-фестиваль конкурсы Гран-приһы Тамъян-Таймаҫ ауылы мәҙәниәт йортоноң «Аҡ тирәк» башҡорт фольклор ансамбленә тапшырылды. Улар 50 мең һумлыҡ грант менән бүләкләнде.