Сибай ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Сергей Озерцов махсус хәрби операция биләмәһенә барырға ниәтләй. Ул гуманитар ылауҙы оҙатырға тейеш. Сәфәр октябргә тәғәйенләнгән. Озерцов был турала башҡорт батальондарының рухи остазы Хәмзә хәҙрәт Хафизовҡа хәбәр иткән. Дин әһеле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Яҡын арала алғы һыҙыҡҡа юллана. “Хәмзә хәҙрәт яугирҙарға рухи яҡтан ярҙам итә. Беҙ уның менән октябрҙә хәрби операция биләмәһендә осрашырға килештек. Һалдаттарға ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт!” – тип яҙған социаль селтәрҙә Сергей Озерцов. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сибай ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев фронтҡа китте. Ул Оборона министрлығы менән килешеү төҙөнө.